logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Новости

«Урал батыр» эпосы көнө

#УралБатырЭпосыКөнө Бөгөн, 8 июндә, республикабыҙҙа тәүге тапҡыр боронғо ҡомартҡы – “Урал-батыр” эпосы көнө билдәләнә. Был көн – рухи мәҙәниәтебеҙҙең байлығын, башҡорт халҡының ҡаһарман үткәнен, ныҡлы тамырҙарын иҫкә төшөрөү көнө!
8 июня 2025 203

Ҡорбан байрам менән!

Бөгөн ауыл мәсетендә Ҡорбан байрамы үтте. Сәлих хәҙрәт барыһын да оло байрам менән ҡотланы, һаулыҡ, иман байлығы, еребеҙгә тыныслыҡ, имен көндәр теләне. Байрамға килеүселәр ғәйет намаҙы уҡыны, саҙаҡа таратты. Әлфиә Ишбулды ҡыҙы ауыл хакимиәте исеменән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Байрамға ...
6 июня 2025 245

Именлек сәскәһе – балалар

🎈🎈🎈🎈🎈Бөгөн, 1 июнь, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, мәктәптең спорт майҙансығында балалар һабантуйы үткәрҙек. Балалар күҙ бәйләп бүләктәр ҡырҡып алдылар, ҡалаҡта йомортҡа тешләп йүгерҙеләр, «көршәк» ваттылар, тоҡ кейеп йүгереп ярыштылар, төрлө таланттарын күрһәттеләр. 🏃‍♂️🏃‍♂️🏃‍♀️🏃‍♀️Аҙаҡ ...
2 июня 2025 218

Балаларға һуғыш тураһында

#БөйөкЕңеүгә80йыл #Нигаматовская_сельская_модельная_библиотека 📚📚Бөгөн ауыл китапханаһына 3 класс уҡыусылары китапхана дәресенә килде. Улар «Балаларға һуғыш тураһында» китабы менән таныштылар. Китап менән танышҡандан һуң, һуғыштың кешелек өсөн бик ҡурҡыныс булыуы тураһында һөйләштек. Бәләкәй ...
22 мая 2025 234

Китапханаға экскурсия

Ниғәмәт урта мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм кескәйҙәре ауыл китапханаһына экскурсияға килде. Улар яңы китаптар менән танышты, шиғырҙар ятланы. Абдулхаҡ Игебаев исемендәге конкурс еңеүселәре тәбрикләнде
17 мая 2025 266

Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығы

#ТыуғанЯҡтыӨйрәнеүАҙналығы #НеделяКраеведения Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығы барышында билдәле крайҙы өйрәнеүсе Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың тормош һәм ижад юлы менән таныштыҡ, китаптарына байҡау яһаныҡ. Китап уҡыусылар Әмир Зәкир улының китаптарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡтылар, уҡырға алдылар.
16 мая 2025 268

Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығы

#ТыуғанЯҡтыӨйрәнеүАҙналығы #НеделяКраеведения Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығында китапханаға 7 класс уҡыусылары «Баймағым-бай яғым» исемле китапхана дәресенә килде. Улар аҙналыҡ тураһында мәғлүмәт тыңланылар, «Сказание о земле Баймакской» китабы менән таныштылар. Аҙаҡ командаларға бүленеп, китап ...
14 мая 2025 254

Бөйөк Еңеүгә 80 йыл

9 май көнө ауыл обелискыһы янында тантаналы байрам митингыһы үтте. «Үлемһеҙ полк» ауыл урамдары буйлап үтте, «Ялан кухняһы» һалдат бутҡаһы менән һыйланы, байрам концерты ойошторолдо, обелискыға веноктар һалынды.
12 мая 2025 283

Саф һауа – йәнгә дауа

#ЯҙҺәмТыныслыҡБайрамы Малайҙар һәм ҡыҙҙар велосипедтарҙа елдерергә бик яраталар. Яҙ, хеҙмәт һәм тыныслыҡ байрамы алдынан балалар Һаҡмар йылғаһы буйында велосипедта йөрөп ярышты. Шулай уҡ йүгереп тә ярыштылар. «Хәрәкәттә – бәрәкәт», «Саф һауа – йәнгә дауа». Балалар саф һауала күберәк ...
2 мая 2025 258