logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Последние новости

ИкмәкФест

#ИкмәкFest 🌾🌾🍞 Ниғәмәт ауыл биләмәһе менән берлектә Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев паркында ИкмәкФест байрамында ҡатнаштыҡ. Ҡоймаҡтың ун төрлөһөн бешерҙек: ҡайнатма, еләк, эремсек, муйыл менән, баллы, әсе һ.б. төрҙәрен. Күргәҙмәгә шулай уҡ башҡа икмәк продукцияларын да ҡуйҙыҡ: әсе икмәк, сөсө ...
17 октября 2026 3

Уҡытыусылар көнө менән!

Уҡытыусым,йылдар үткәс, Һағындыра тәүге дәресең. Белем тауына менергә, Беҙгә башланғыс бирҙең. Теҙеп хәрефтәр яҙырға, Өйрәттең ҡулдан тотоп. Әйтелешен өндәрҙең, Тырышып алдыҡ отоп. Йырларға,шиғыр һөйләргә, Тыпырлатып бейергә. Тыуған илде,Ватанды, Өйрәттегеҙ һөйөргә. Рәхмәт һүҙемде әйтәмен, Рухыңа ...
5 октября 2026 36

Бәхетле килһен ғүмер көҙө

🌸🌸🌸🌼🌼🌼🍁🍁🍁🍀🍀🍀 Ниғәмәт мәктәбендә ауыл хакимиәте, мәктәп коллективы, ағинәйҙәр ойошмаһы, ветерандар советы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Ололар көнө бик матур итеп үткәрелде. Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы етәкселегендә 3 класс уҡыусылары бик матур сығыш яһаны. «Дарман», «Һаҡмар һандуғастары», «Наза» ...
1 октября 2026 46

Ололар көнө менән!

#ХалыҡАраОлоларКөнө Халыҡ-ара Ололар көнө алдынан ветерандар советы рәйесе Гөлсирә Хажғәле ҡыҙы Ғәббәсова һәм «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Фәнүрә Фазулла ҡыҙы Ғәббәсова, китапханасы Гөлбикә Кейекбаева менән оло йәштәге ауылдаштарыбыҙҙың өйҙәренә барып, хәлдәрен белештек, байрам менән ҡотлап бәләкәй ...
30 сентября 2026 128

Тәрбиәселәр көнө менән!

Байрам тарихы 1863 йылда башлана, тап был көндө Санкт-Петербург ҡалаһында илдәге тәүге балалар баҡсаһы асыла. Башҡортостанда ике меңгә яҡын балалар баҡсаһы бар, уларҙа 16 мең тәрбиәсе эшләй. Тәрбиәселәрҙе һәм балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәрен ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр баланың күңеленә юл таба белеүегеҙ, ...
27 сентября 2026 79

За мир!

#ГодБольшойИДружнойСемьи #ZаМир Бөгөн Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда «Еңеү менән ҡайтырбыҙ, әсәй» исемле театрлаштырылған тамаша ҡуйылды. Шулай уҡ бөгөн мәктәптә Мозафар Мырҙағәлин исеменә Герой партаһы асыу тантанаһы булды. Мәҙәниәт йорто янында эшләп килеүсе «Һаҡмар» халыҡ театры әртистәре ...
22 сентября 2026 95

Башҡорт китабы аҙналығы

#Башҡорт_китабы_аҙналығы2026 📚📚📚 Башҡорт китабы аҙналығы сиктәрендә балалар баҡсаһында «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» китабы менән таныштыҡ, китаптарҙың нисек эшләнеүе, кешегә ни өсөн китап кәрәк икәнлеге тураһында һөйләштек. «Айыу менән төлкө», «Йомарт ҡуян» әкиәттәрен тыңланыҡ. Һуңынан кескәйҙәр ...
16 сентября 2026 107

Бөгөн китапханала

#БөгөнКитапханала #СегодняВБиблиотеке 📚📚📚📚📚 Балалар китаптары бүлегенән ҡыҙҙар үҙҙәре һайлап, бик ҡыҙыҡһынып, мауығып китаптар уҡынылар. Аҙаҡ беренсе ҡатта төрлө уйындар уйнаныҡ, бейенек. Китапҡа, туған телгә һөйөү бәләкәйҙән тәрбиәләнә. Ҡыҙыҡлы, сағыу һүрәтле китаптар балаларҙы нығыраҡ ...
15 сентября 2026 116

Милли кейем көнө

Балалар баҡсаһында ағинәйҙәр менән Милли кейем көнөндә ҡатнаштыҡ Милли кейемгә мәҙхиә Аһ, ниндәйен тылсым! Сулпы сыңы – сың-сың, Мөғжизәме? Ысын! Шундай матур, ыҡсым! Аһ, ниндәйен аһәң! Хазина бит кейһәң Ҡашмауҙары ҡупшы, Йыялмайым һушты! Аҫыл ғына таштар Сыңлайҙар моң ҡушып! Аһ, ниндәйен күлдәк! ...
14 сентября 2026 131

Милли кейем көнө

Милли кейемгә мәҙхиә Аһ, ниндәйен тылсым! Сулпы сыңы – сың-сың, Мөғжизәме? Ысын! Шундай матур, ыҡсым! Аһ, ниндәйен аһәң! Хазина бит кейһәң Ҡашмауҙары ҡупшы, Йыялмайым һушты! Аҫыл ғына таштар Сыңлайҙар моң ҡушып! Аһ, ниндәйен күлдәк! Зиннәтле лә ебәк. Әберкәле итәк, Асыл асыр биҙәк, Йәме йәнгә, ...
11 сентября 2026 152