За мир!
#ГодБольшойИДружнойСемьи
#ZаМир
Бөгөн Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда «Еңеү менән ҡайтырбыҙ, әсәй» исемле театрлаштырылған тамаша ҡуйылды.
Шулай уҡ бөгөн мәктәптә Мозафар Мырҙағәлин исеменә Герой партаһы асыу тантанаһы булды.
Мәҙәниәт йорто янында эшләп килеүсе «Һаҡмар» халыҡ театры әртистәре егеттәрҙең яу юлын бик оҫта итеп сәхнәләштерҙеләр. Тамаша күңелдәрҙе тетрәтерлек йырҙар менән үрелеп барҙы.
Тап бөгөнгө көндә МХО-ға юлланған егеттәр төшкән видеоларҙы ла тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел ине.
Тамаша аҙағында сәхнәгә ике батыр ул үҫтергән Герой әсә Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы Мырҙағәлина күтәрелде, Фаиль менән Мозафарҙың яу юлдары тураһында тетрәндергес итеп һөйләне, йыр башҡарҙы.
Барса тамашасы яуҙа йөрөгән егеттәрҙең имен-һау ҡайтыуын, Ер шарында тыныслыҡ булыуын теләгән уйҙар менән таралышты.