logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Уҡытыусылар көнө менән!

Уҡытыусым,йылдар үткәс,
Һағындыра тәүге дәресең.
Белем тауына менергә,
Беҙгә башланғыс бирҙең.
Теҙеп хәрефтәр яҙырға,
Өйрәттең ҡулдан тотоп.
Әйтелешен өндәрҙең,
Тырышып алдыҡ отоп.
Йырларға,шиғыр һөйләргә,
Тыпырлатып бейергә.
Тыуған илде,Ватанды,
Өйрәттегеҙ һөйөргә.
Рәхмәт һүҙемде әйтәмен,
Рухыңа доға ҡылып.
Күңел түремдә ҡалдың,
Ғүмерлек һәйкәл булып.
Беренсе уҡытыусым Хәсәнова(Әлмөхәмәтова) Сәлимә Килдийәр ҡыҙына арнала.

Рәмил Хәсәнов