Таҙа кесаҙна
Таҙалыҡ – үҙ ҡулыбыҙҙа.
Эштә аҙна һайын «Таҙа кесаҙна» акциялары үтеп тора. Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартабыҙ, билдәләнгән территорияла ла ҡый үләндәрен дә сабып торабыҙ. Шулай уҡ ауыл биләмәһе буйынса ла өмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Үткән аҙнала «Таҙа Талҡаҫ» акцияһында ҡатнаштыҡ. Ҡайҙа ҡыйламайҙар, шунда таҙа, тигән әйтемде онотмайыҡ, еребеҙҙе бысратмайыҡ!