logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Рәсәй халыҡтары телдәре көнө

Бөгөн илдә тәүге тапҡыр Рәсәй халыҡтары телдәре көнө билдәләнә.

Президент Указына ярашлы, байрам Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм яҡлау, уларҙың мәҙәни мираҫын үҫтереү, тел төрлөлөгө тураһында белемде популярлаштырыу һәм милләт-ара берҙәмлекте һәм татыулыҡты нығытыу маҡсатында үткәрелә.

Рәсәйҙә 193 халыҡ йәшәй, улар 300-гә яҡын тел һәм диалект ҡуллана.

Телдәр белеү – бер йоҙаҡҡа бик күп асҡыс табыу.

✔️Телдәр өйрәнеү менән көн һайын шөғөллән. Быға 10 минут ваҡыт бүлеү ҙә файҙалы, иң яҡшыһы – иртәнге ваҡыт.

✔️ Бер ҡасан да һүҙҙәрҙе контекстан айырып алып, ятлап өйрәнмәгеҙ.

✔️Әҙер фразаларҙы отоп алып, мөмкин булғанда гел ҡулланыу яҡшы.

✔️Һәр нәмәне күңелдән тәржемәләгеҙ; реклама таблоһы, афишалағы яҙыу, осраҡлы ишетелгән һүҙҙәр… Был башҡа ла ял буласаҡ, яңы тел дә анһатыраҡ иҫтә ҡаласаҡ.

✔️ Сит телдә һөйләшеүҙән ҡурҡмағыҙ. Хаталар ҙа ебәрерһегеҙ. Бары тик һеҙҙе төҙәтеүҙәрен һорағыҙ. Күп төҙәтһәләр ҙә үпкәләмәгеҙ.

✔️Өйрәнә торған телдә гәзит уҡыуҙың, радио тыңлауҙың, лекцияларға йөрөүҙең, яҙыуҙың, аралашыуҙың нисек ярҙам иткәнен ҡыҫҡа ваҡытта күрерһегеҙ.