Мы – за мир!
ФРОНТ ҺӘМ ТЫЛ
Рәсәйемдә бик күп халыҡ йәшәй
Дуҫ һәм татыу бергә һыйышып,
Мәскәү тигән оло башҡаланың
Ҡанат аҫтарына һыйынып.
Рәсәй илен буйһондормаҡ булып,
Теҙләндермәк булып тубыҡҡа,
Көнсөл йәндәр яуҙар асып торған
Дусар итеп халҡын һуғышҡа.
Ләкин Рәсәй иле бирешмәгән
Халҡы татыу, берҙәм булғанға,
Үрмәксе ауылай дуҫлыҡ ебен
Күңелдән күңелгә ныҡ һуҙғанға.
Һөйләшһә лә улар төрлө телдә
Берен-бере яҡшы аңлаша,
Битараф булмаған һәр бер кеше
Ватан, иле өсөн тырыша.
Фронт һәм тыл бергә берләште лә
Оло бер көс хасил иттеләр,
Гуманитар йөк тейәп ылауҙар
Яу яландарына киттеләр.
Был көс – Халыҡ берҙәмлеге көсө!
Еңә алмай уны һис бер кем!
Еңеү көнөн яҡынайта илгә
Һәр атҡан таң, һәр бер килгән көн!
Был Еңелмәҫ көстө аңлау ауыр,
Ул хас бары Рәсәй халҡына,
Ҡаҡшамаҫ берҙәмлекте нығыта
Тиҙҙән килер Еңеү хаҡына
Яу яланында алышҡан һалдаттар
Еңеү яулап илгә ҡайтығыҙ!
Белеп тороғоҙ һеҙ һәр ваҡытта
Һеҙҙең менән бергә халҡығыҙ!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә