Китап уҡыусыға 90 йәш
Ниғәмәт ауылында йәшәүсе ағинәй, Герой-әсә Ынйыбикә Ирғәле ҡыҙы Кусееваға 90 йәш тулды. Ул 4 класты ғына уҡып бөткән, артабан уҡырға мөмкинселеге булмай. Бөгөнгө көндә ағинәй китап-журнал, ғәзиттәр уҡый, бар нәмә менән ҡыҙыҡһына һәм белергә тырыша. 90 йәшендә хәтере һоҡланырлыҡ, күҙҙәр теймәһен. Бөтә уҡыған китаптарының эстәлеген, геройҙары тураһында оҙаҡ итеп, теүәл итеп һөйләп бирә ала. Ул бер минут та тик кенә ултыра алмай – һәр ваҡыт хәрәкәттә. Бәләкәй генә кәүҙәһе менән гел йыбырлап нимәлер эшләп йөрөй. Сәскәләр ярата, шуға ла күңеле матур уның!