logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Ир-егеттәр – ил терәге

#ZaMир
Ил һағына уяу баҫыр өсөн,
Әрмеләргә китә егеттәр.
Билдәрендә яҫы ҡайыштар,
Аяҡтарҙа кирза итектәр.
Ысын ир–егеттәр булырҙар,
Иңдәренә погон тағырҙар.
Үҙ бурысын намыҫ менән үтәп,
Тыуған ерҙәренә ҡайтырҙар.
Әрмеләргә китә егеттәр,
Илебеҙҙе ныҡлы һаҡларҙар.
Күңелдәрҙә йәшәй ышаныс,
Ир намыҫын улар аҡларҙар.
Илүзә ӘХМӘТОВА

Китапхананың әүҙем уҡыусыһы, мәктәптә уҡығанда БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәсүрә Мөхәмәтйәнова исемендәге премияға лайыҡ булған Данияр Ялманбетовҡа Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтыуын, яҡшы дуҫтар табыуын теләйбеҙ! Изге юл һиңә, Данияр!