logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

«Халҡына дан йырланы»

Икенсе Этҡол мәҙәниәт йортонда күренекле яҡташыбыҙ, уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Әғзәм улы Тажетдинов исемендәге «Халҡына дан йырланы» конкурсына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр билдәләнде. Уларға арҙаҡлы яҡташыбыҙ,  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдинов бик шәп бүләктәр әҙерләгән ине. Конкурсанттар Ырымбур өлкәһенән, Баймаҡ ҡалаһынан, Ғафури, Хәйбулла райондарынан килде. “Һаҡмар” гәзите, Баймаҡ беренсел журналистар союзы, район башҡорттары ҡоролтайы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте ойошторған сара мәшһүр “Урал” көйө менән асылды. Йомғаҡлау кисәһен Рәмил һәм Радмир Туйсиндар, Рифат Йәмлихиндың моңдары биҙәне. Шиғриәт номинацияһында Әсмә Мырҙағәлина 2-се, сәсәндәр бәйгеһендә Рәйсә Иҫәнбаева 2-се урын яуланы. Нияз Һибәтуллин «Иң йәш ҡатнашыусы» номинацияһы менән билдәләнде.