Әсә көнө
26 ноябрь ауыл мәҙәниәт йортонда Әсә көнөнә арналған “Көслө лә һин, изге лә һин, бөйөк тә һин, эй әсә” исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәзилә Нурәхмәт ҡыҙы бар әсәйҙәрҙе лә байрам менән тәбрикләне. Кисәлә әсәләр тураһында дәртле йырҙар, фәһемле шиғырҙар яңғыраны. Әсә исеме менән бәйле әҫәрҙәр буйынса бәләкәй викторина ойошторолдо, шиғри челлендж ҡатнашыусылары бүләкләнде.



