Ҡурайсыға таҡтаташ асылды
Ниғәмәт ауылында иҫтәлекле, тантаналы ваҡиға булды. Ниғәмәт мәктәбендә данлыҡлы ҡурайсы, фольклорсы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уҡытыусы Кәрим Мөхәмәҙиә улы Дияровҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Кәрим Дияров башҡорт музыка сәнғәтенә, милли музыка ҡоралы ҡурайҙы үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың үлемһеҙ көйҙәрен һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергән шәхес. Фәндәр академияһына халыҡ көйҙәренең таҫмаларын – киләсәккә рухи аманат тапшырып ҡалдыра. Ул Ниғәмәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән осорҙа белем биреү менән бергә бик күп ҡурайсыларҙы ла үҫтерә. Бил бирмәгән көрәшсе, ҡурҡыу белмәҫ яугир ҙә була. Тантанала ҡатнашҡан мәртәбәле ҡунаҡтар беҙҙең мәктәптән бик күп ҡурайсылар сығыр тигән ышаныс белдерҙеләр.
Тантананың икенсе өлөшөндә мәктәп ашханаһында Рәсәй армияһы составына алынған егеттәр именлегенә ҡорбан ашы ойошторолдо, шулай уҡ посылкалар әҙерләнде.
