“Ҡарлуғастар” китабы менән танышыу
#Башҡорт_китабы_аҙналығы_2022#Баймаҡ
Был аҙнала беҙҙең район китапханаларында Башҡорт китабы аҙналығы бара. Аҙналыҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, драматург, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың ижадына арнала. Яҡташ яҙыусыбыҙ быйыл үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Бөгөн беҙҙең китапханала 4 класс уҡыусылары яҙыусының “Ҡарлуғастар” тигән китабы менән танышты.

