Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләре буйынса һөйләшеү
#Башҡорт_китабы_аҙналығы_2022#Баймаҡ
Бөгөн китапханала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, драматург, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты яҡташыбыҙ Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләре буйынса һөйләшеү үткәрҙек. Яҙыусының хикәйәләре йәмғиәттең кире яҡтарын аса, насар ғәҙәттәрҙең кеше яҙмыштарын нисек емереүе тураһында иҫкәртә, уҡыусының күңел торошон яҡшырта, уйландыра, хисләндерә. Был әҫәрҙәр бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмай.
