Гәзиткә яҙылыусы көнө
#Рәсәйхалыҡтарыныңмәҙәнимираҫыйылы
#ГодкультурногонаследиянародовРоссии
#Нигаматовскаясельскаямодельнаябиблиотека
13 апрель Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл Советы депутаттары, урындағы ҡоролтай, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр менән берлектә “Ҡоймаҡлы табын” һәм “Гәзиткә яҙылыусы көнө” үткәрелде. Ауылдың 3 округының уңған ҡатын-ҡыҙҙары тәмле-татлы ҡоймаҡтарҙан күргәҙмәләр эшләне. Йәрминкәлә гөлдәр, сәскә орлоҡтары, йомортҡа, картуф, тоҙланған йәшелсәләр, ҡайнатма, ҡорот, туҙ һағыҙы, бәйләнгән әйберҙәр һатылды. Байрам концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ҡоймаҡ бешереү оҫталарына спонсорҙарыбыҙ: Гөлнара Мансурова, Булат Рахманғолов, Рәйсә Иҫәнбаеванан татлы күстәнәстәр тапшырылды. Гәзиткә яҙылыусылар араһында бәләкәй приздар уйнатылды. Сарала “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Эльмира Кейекҡужина ҡатнашты. Иң оло гәзиткә яҙылыусы Мәжит ағай Ғәлимханов байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне, гәзиткә яҙылырға саҡырҙы һәм теләк-тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Азамат Муса улы баян моңдары менән барыһын да дәртле ритаямда бейетте. Байрам ойошҡанлы һәм күңелле үтте.


