logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Мәҙәни мираҫ йылын асыу

Ниғәмәт ауыл модель китапханаһында РФ Президенты иғлан иткән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ Йылын асыу тантанаһы үтте. Оло сара “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, китапхана, мәҙәниәт йорто, ҡатын-ҡыҙҙар советы, урындағы ҡоролтай ағзалары менән берлектә үткәрелде. Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы Мөхәмәтшина “Тарих һаҡлай яулыҡтар” исемле бай йөкмәткеле, фәһемле байрам ойошторҙо. Яулыҡ ябыныу тарихы – бик тәрәндә ята. Ул күп халыҡтарҙың милли мәҙәниәтендә төп атрибут, сағыу бер өлөш булып тора. Яулыҡ – ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ өҫтәй. Беҙҙә, башҡорттарҙа, ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡһыҙ йөрөмәгәндәр, өләйсәй-ҡәртәсәйҙәребеҙҙең уны яҙып ябынып йөрөгәндәрен барыбыҙ ҙа хәтерләйбеҙ. Бөгөнгө көндә аҡ яулыҡлы ағинәйҙәр – милләтебеҙҙең ҡото. Йылды асыу тантанаһында төрлө-төрлө яулыҡтарҙан күҙҙең яуын алып торған, төрлө төҫтәге йәйғорҙо хәтерләткән бай күргәҙмә ойошторолдо. Бында кәзә дебетенән бәйләнгән, һуғылған шәлдәр, йөн, кешимир, бүмәзей яулыҡтар, косынкалар, аят яулыҡтары урын алды. Лилиә Мирзина өләсәһенән ҡомартҡы булып ҡалған шәлъяулыҡтар, Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов баш ҡалабыҙ – Мәскәү яулығы, ағинәйҙәр төрлө яулыҡтар(суҡлы, кешимир, бүмәзей, х/б, газ һ.б. яулыҡтар), хәҙерге косынкалар тураһында һөйләнеләр. Күргәҙмәләге һәр бер яулыҡ оло тарих һаҡлауы, киләсәк быуынға ҡиммәтле аманат, мәҙәни мираҫ булыуы менән һоҡландырҙы. Ағинәйҙәр яулыҡтың ҡатын-ҡыҙҙы биҙәүен, һаҡлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды, яулыҡ ябынып йөрөргә саҡырҙы. Байрам күркәм зауыҡ, үткәнебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ихтирам, иғтибар, рух күтәренкелегендә барҙы.