logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Быйыл Хәмит сәсәндең тыуыуына – 160 йыл

Сәсәндең исемен мәңгеләштереү маҡсатынан һәм Башҡорт тарихы йылына ҡарата Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Хәмит сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе иғлан иткәйне. Бәйге шарттары буйынса ҡатнашыусылар сәсәндәр эш иткән жанрҙағы видеосығыштарын (ҡобайыр, бәйет һ.б.) ебәрҙе. Бәйгеселәр ике йәш категорияһында баһаланды һәм еңеүселәр билдәләнде. Өлкәндәр араһында 2-се урынды Ниғәмәт ауылынан Мырҙағәлина Әсмә Сафа ҡыҙы яуланы. Ҡотлайбыҙ!!!