Башҡорт китабы аҙналығы
#Башҡорт_китабы_аҙналығы2026
📚📚📚
Башҡорт китабы аҙналығы сиктәрендә балалар баҡсаһында «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» китабы менән таныштыҡ, китаптарҙың нисек эшләнеүе, кешегә ни өсөн китап кәрәк икәнлеге тураһында һөйләштек.
«Айыу менән төлкө», «Йомарт ҡуян» әкиәттәрен тыңланыҡ.
Һуңынан кескәйҙәр балалар өсөн башҡорт телендәге китаптарҙың матур, сағыу һүрәттәрен ҡаранылар.