Башҡорт аты
«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә ҡунаҡтарға тирмәлә аш-һыу әҙерләнек.
Беҙҙең ауыл биләмәһенең уңған ҡатын-ҡыҙҙары, көндөң көслө елле булыуына ҡарамаҫтан, ҡаҙан аҫып, тәмле бишбармаҡ бешерҙеләр, самауыр ҡайнаттылар. Тирмә эсендә ихлас итеп ҡунаҡтарҙы һыйланыҡ. Фестивалде лә ҡарарға мөмкинлек таптыҡ. Башҡорт атын данлаған халыҡ-ара сара бик ныҡ оҡшаны.