logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Бәхетле килһен ғүмер көҙө

#ХалыҡАраОлоларКөнө
#МеждународныйДеньПожилых
Бөгөн, 1 октябрь, Халыҡ-ара ололар көнөндә мәктәп ашханаһында «Бәхетле килһен ғүмер көҙө» исемле байрам сараһы үтте. Мәктәп директоры Наил Әхмәҙулла улы ололарҙы байрам менән тәбрикләгәндән һуң, 3 класс уҡыусылары бик матур музыкаль монтаж менән сығыш яһанылар. Балалар шиғыр ҙа һөйләнеләр, йырланылар, дәртле бейеү ҙә башҡарҙылар. Ҡунаҡтарға уларҙың сығышы бик оҡшаны. Артабан Рәмил хәҙрәт Хәсәнов МХО батырҙары иҫәнлегенә аят бағышланы.
Хөрмәтле ололарыбыҙҙы ауылдың ветерандар советы рәйесе Гөлсирә Ғәббәсова, ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Фәнүрә Ғәббәсова тәбрикләне. Ошо көндәрҙә юбилейҙарын билдәләгән ауылдаштарға Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.
Ололарға хөрмәт һәм ихтирам байрамы сәй табыны артында, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Ҡунаҡтарға «Һаҡмар һандуғастары» ансамбле, Рәмил һәм Рәил Хәсәновтар, Гөлсирә Мансурова, Фәрзәнә Мөхәмәтшина, Гөлсирә Ғәббәсова, Нурбикә Сакина, Нурия Ғатауллина, Гөлбикә Кейекбаева ихлас күңелдән башҡарылған йырҙарын бүләк итте.
🍁🍁🍁🍁🍁🌹🌹🌹🌹🌹
БАЙРАМҒА ТЕЛӘКТӘРЕМ.

Зәңгәр күктә ҡояш балҡый,
Тирә-яҡҡа сәсеп нурҙарын.
Байрамдар менән ҡотлайым,
Ҡотлайым,ОЛОЛАРЫМ!

Ҡояш кеүек нурлы булһын,
Һеҙҙең ғүмер юлығыҙ!
Ауырымағыҙ,һыҙланмағыҙ,
Һау-сәләмәт кенә булығыҙ!!!

Матур ҡартлыҡ бирһен,Хоҙай,
Һәр көнөгөҙ үтһен шатлыҡта!
Йәш ваҡыттар нисектер ҙә үтә,
Бәхет булһын әле ҡартлыҡта!!!

Маңлайҙарҙа һырҙар,сәстәрҙә сал,
Матурлайҙар һеҙҙе,биҙәйҙәр.
Күңелдәре дәртле булғандар,
Ҡартлыҡ тигәндәрен һиҙмәйҙәр.

Ҡартаймағыҙ әле,ОЛОЛАРЫМ,
Байрамдар ҡотло булһын!
Ташламаһын һеҙҙе йәшлек дәрте,
Донъялар имен торһон!!!

Һөйөнөстәр генә килтерһендәр,
Һеҙ үҫтергән ҡыҙҙар һәм улдар!
Бәхет,шатлыҡ ҡына теләйем,
Ҡабул булһын минең ҡотлауҙар!!!
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.