logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Бәхетле килһен ғүмер көҙө

🌸🌸🌸🌼🌼🌼🍁🍁🍁🍀🍀🍀
Ниғәмәт мәктәбендә ауыл хакимиәте, мәктәп коллективы, ағинәйҙәр ойошмаһы, ветерандар советы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Ололар көнө бик матур итеп үткәрелде.
Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы етәкселегендә 3 класс уҡыусылары бик матур сығыш яһаны. «Дарман», «Һаҡмар һандуғастары», «Наза» ансамблдәре сығыштары, саҡырылған ҡунаҡтарҙың йырҙары байрамды биҙәне. Спонсор булған «Салауат» ЯСЙ оло рәхмәт белдерәбеҙ!

ОЛОЛАР БАЙРАМЫ

Оло кешеләр байрамы
Йәмле көҙ миҙгелендә,
Тәбиғәттең биҙәнешеп
Балҡып торған мәлендә.

Ауылдарҙың ҡото, йәме
Оло апай, инәйҙәр,
Бөгөн һеҙҙең байрамығыҙ
Олатай, өләсәйҙәр.

Ваҡытында аттар кеүек
Егелеп эшләнегеҙ,
Тарихта яҙылып ҡалды
Башҡарған эштәрегеҙ.

Хәҙер инде ваҡыт етте
Хаҡлы ялдар итергә,
Эш тип өҙгәләнмәйенсә
Донъяларҙы көтөргә.

Хөкүмәт пенсиә бирә,
Донъя етеш, күңел көр,
Ошо тормошта йәшәүгә
Раббыға мең-мең шөкөр.

Тышта көҙ мәле булһа ла,
Күңелдәрҙә бөгөн яҙ!
Тормошоғоҙҙоң күктәре
Һәр ваҡыт булһын аяҙ!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә