Драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 100 йыл.
Нәжиб Асанбаев 1921 йылдың 7 ноябрендә Баҡалы районы Ахман ауылында урта хәлле ғаиләлә тыуған. Нәжиб Асанбаевтың ижады башҡорт драматургияһы классикаһы һәм республикалағы күп милләтле мәҙәниәттең сағыу кәүҙәләнешенә әүерелде. Совет дипломаты, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың яҙмышы тураһында «Ҡыҙыл паша» исемле пьесаһы ижадында айырым урын биләй. Уның буйынса ҡуйылған фильм-спектаклде 22 ғәрәп иле тамашасылары ҡараны. Н. Асанбаевтың «Ҡанаттар нығынғанда», «Ҡыҙыл паша» драмалары, «Беҙгә егеттәр килде», «Кәләш әйттергәндә», «Күктән төшкән бәхет», «Һыу юлы», «Киң урамдар тар ине» комедиялары, «Рәйсә», «Фәйзи», «Алтын бишек», «Таң йондоҙо», «Зәйтүнгөл», «Көҙән башҡорто» пьесалары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре республика театрҙары репертуарының йөҙөк ҡашына, тамашасыларҙың яратҡан спектаклдәренә әүерелде.
Нәжиб Асанбаев тарафынан ижад ителгән әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенең һәм театрының алтын фондына инде.
