logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

«Ҡош сәләме”

Бөгөн үҙәк китапханала яҡташыбыҙ, күренекле журналист Нияз Мәһәҙиевтың тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы «Ҡош сәләме” исемле Хәтер кисәһе үткәрелде. Баймаҡ китапханаһы ойошторған был сарала яҡташыбыҙҙың тормош иптәше, күренекле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина, һөйөклө әсәһе, китапхана ветераны Әминә Мәһәҙиева һәм уның тормош иптәше Уйылдан Муллахәмит улы, журналист, шағир Илгиз Ишбулатов ҡатнашты.