Китапханаға экскурсия
Бөгөн, 24 сентябрь, ауылдың балалар баҡсаһы кескәйҙәре китапхана дәресенә килде. Улар көҙ темаһына пазлдар төҙөнө, «Иң тәмле нәмә» исемле башҡорт халыҡ әкиәте менән танышты. Һыу ҡәҙере, шишмә-йылғаларҙы таҙа тотоу тураһында һөйләштек.