logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Шиғырҙары – халыҡ телендә” шиғыр һөйләүселәр интернет-бәйгеһе ПОЛОЖЕНИЕһы

Халҡым ҡалһа, әле мин ҡалырмын,
Һүҙем йәшәр әле илемдә.
Рәми Ғарипов
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғарипов ижады буйынса “Шиғырҙары – халыҡ телендә” шиғыр һөйләүселәр интернет-бәйгеһе ПОЛОЖЕНИЕһы
Быйыл 12 февралдә шағир, журналист, тәржемәсе, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Ғарипов Рәми Йәғәфәр улының тыуыуына 90 йыл тула. Рәми Ғариповтың ижады туған тел яҙмышы, халыҡтың киләсәге тураһында тәрән уйланыуҙар-борсолоуҙар менән һуғарылған, шиғырҙары быуындан-быуынға илһөйәрлек, телһөйәрлек рухын тапшыра. Күңелдәрҙе арбаған лирик әҫәрҙәренә мәңгелек ҡиммәттәрҙе раҫлаған фәлсәфә хас. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Рәми Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур. Рәми Ғарипов – йырсы шағир. Уның шиғырҙарына билдәле композиторҙар Айрат Ҡобағошов, Роза Сәхәүетдинова, Риф Арыҫлан, Артур Туҡтағолов, Урал Иҙелбаев һәм башҡалар популяр йырҙар ижад иткән.
Баймаҡ биләмә ара-үҙәк китапханаһы милләтебеҙҙең рухи таянысы, шағир, тел һаҡсыһы Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап, әҙиптең ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында күренекле шағирҙың тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, исемен мәңгеләштереү маҡсатында “Шиғырҙары – халыҡ телендә” шиғыр һөйләүселәр интернет-бәйгеһе иғлан итә.
Бәйге ике турҙа үткәрелә. Тәүгеһе – ауыл китапханалары һәм Баймаҡ балалар модель китапханаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдәрендә ойошторола. Еңеүселәрҙең эштәрен 2-се турға “Читающий Баймак” (https://vk.com/baimaklib) төркөмөнә ебәрергә, видеояҙмалар 9 февралгә тиклем ҡабул ителә.
Бәйге шарттары:

  • Арҙаҡлы шағирҙың бер шиғырын йәиһә поэмаһынан, ҡобайырынан өҙөктө яттан, тасуири һөйләп видеокамераға төшөрөргә һәм исем-шәрифте, класты (өлкәндәр төркөмө өсөн – йәште), ҡайҙан булыуығыҙҙы күрһәтеп урындағы ауыл китапханаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге (ҡаланыҡылар өсөн – Баймаҡ балалар китапханаһы) төркөмөнә ебәрергә кәрәк.
    -Видеосығышты тап килгән көй-моң һәм техник ысулдар менән биҙәргә мөмкин. Әммә төп иғтибар тасуири уҡыуға һәм шиғырҙың көсөн, мәғәнәһен тулы килеш биреү һәләтенә йүнәлтеләсәк. Видеояҙма төшөргәндә телефондарҙы горизонталь рәүештә тоторға кәрәк.
  • Район бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың сығышы өс төркөмгә бүлеп баһалана.
    1-се төркөм: 5-8 класс уҡыусылары, 2- се төркөм: 9-11 класс уҡыусылары, 3-сө төркөм: өлкәндәр.
    -Район бәйгеһендә һәр ауылдан 1 шиғыр һөйләүсе – 1-се тур еңеүсеһе ҡатнаша.
    -Сифатлы сағыу видеосығыштар “Читающий Баймак” төркөмөнә ҡуйыласаҡ.
    -Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнәсәк.
    Белешмәләр өсөн телефон: 3-16-74