logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева менән осрашыу

#ГодЗащитниковОтечества
#ГодПоддержкиУчастниковСВОиИхСемей #Нигаматовская_сельская_модельная_библиотека
Бөгөн, 7 февраль, Ниғәмәт ауыл модель китапханаһында яҡташыбыҙ, яҙыусы, «Геройҙар ваҡыты» китабының авторы Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева менән «Батырлыҡҡа бөгөн дә урын бар» исемле осрашыу үткәрелде. Осрашыуҙа Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының өлкән библиографы, Р. Түләк исемендәге «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе рәйесе Айгөл Ишемғужина, яугир әсәләре, туғандары, ауылдың китап һөйөүселәре, ағинәйҙәр, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Осрашыуҙа Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы китаптың яҙылыу тарихы тураһында һөйләне, китап уҡыусылар һорауҙарына яуаптар бирҙе. Сараны Рәил Хәсәновтың уҡыусыларының патриотик йырҙары биҙәне. Батыр яугир әсәһе Әсмә Сафа ҡыҙы Мырҙағәлина улының яу юлы тураһында һөйләне, үҙе ижад иткән йырҙарын башҡарҙы, шиғырҙарын уҡыны. Уның һөйләүен һәр кем тетрәнеү, эске тулҡынланыу менән тыңланы. Үрге Яйыҡбай ауылы китапханасыһы Әлиә Әхмәтова үҙенең МХОға бағышлап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Биләмә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәйсә Иҫәнбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙына ауыл хакимиәте башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Осрашыу бик йылы, ихлас аралашыу, әңгәмәләшеү, фекерҙәр менән уртаҡлашыу шарттарында барҙы.