Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова менән осрашыу
#ZaМир
#СВОихНеБросаем
#ЯҙыусыМенәнОсрашыу
#Нигаматовская_сельская_модельная_библиотека
📚📚 10 июнь Ниғәмәт ауыл модель китапханаһында билдәле яҙыусы, шағирә, журналист, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова, журнал хеҙмәткәрҙәре Регина Фазылова һәм Роза Хөснуллина менән осрашыу үтте.
Осрашыуҙың тәүге өлөшөндә Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы МХО барған урындарға барып ҡайтыуы тураһында бик тулҡынландырғыс итеп һөйләне. Осрашыуға килеүселәр МХО күргәҙмәһе менән таныштылар.
Икенсе өлөштә беҙ яҙыусының ижады, китаптары, әҫәрҙең нисек яҙылыуы, киләсәккә пландары тураһында һөйләштек. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы тураһында ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә әңгәмә ҡорҙоҡ. Моңло тауышлы Роза Диас ҡыҙы «Нуғайбәк» йырын бик тә халыҡсан итеп башҡарҙы.
Осрашыуға килгән китап уҡыусылар рухи донъяларын байытып, яратҡан яҙыусыбыҙ, журнал хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, таралышты.