“Телдең күрке – һүҙ”
30 май Ниғәмәт ауыл модель китапханаһында «Тел ынйылары» проекты буйынса «Тел күрке – һүҙ» исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үткәрелде. Онотола барған матур башҡорт һүҙҙәре тураһында һөйләштек, «Хазинаны табайыҡ» уйынын уйнаныҡ. Түңәрәк өҫтәлдә Р. Түләк исемендәге «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Рәмил Хәсәнов, Таңһылыу Вәлиева, Тәслимә Рәхимованың ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. «Һаҡмар» халыҡ театры әртистәре Таңһылыу Вәлиеваның халыҡсан, һутлы, бай тел менән яҙылған «Бәхәс» хикәйәһен сәхнәләштерҙе. Илфат Йәмлихиндың тел тураһында йыры, Илеш ҡыҙы, Ниғәмәт килене Рида Мирғәзиеваның, онотола барған һүҙҙәрҙе яҙып туплап барған Миңзифа Ниғмәтуллинаның сығышы, оҫта ҡуллы Зилә Абайҙуллинаның күргәҙмәһе сараның күркәм биҙәктәре булды. Ағинәйҙәр ҙә, китапхананың былтырғы «Уҡыйбыҙ, уйнайбыҙ» проектында ҡатнашыусы уҡыусылар ҙа түңәрәк өҫтәлдән ситтә ҡалманы. Телебеҙҙең үҫеш мәсьәләләрен яҡтыртҡан «Атайсал» гәзитенең мәҡәләләре менән таныштыҡ.