logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Тәңкәле ҡыҙ

#ТәңкәлеҠыҙ2026
Бөгөн Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, яҙыусы, драматург, яҡташыбыҙ Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың ижады буйынса «Тәңкәле ҡыҙ» төбәк бәйгеһе үтте.
Бәйгелә Ниғәмәт, Темәс, 2-се Этҡол, Түбә, Таулыҡай, Мерәҫ, Буранбай, Сыңғыҙ ауылдарынан сая, рухлы, дәртле ҡыҙҙар ҡатнашты.
Бәйге бик сәмле, ойошҡанлы, сағыу барҙы. Музыкаль тәнәфестәрҙә «Һаҡмар һандуғастары» вокаль ансамбле, Илфат Йәмлихин, Динар Мәжитов, Темәс ауылынан Зифа Аҫылбаева сығыш яһанылар.
Түбә ауылынан Азалия Үтәбаева 1-се, 2-се Этҡолдан Инзилә Иҫәнғужина 2-се урынды яуланылар. Ниғәмәт ауылы һылыуы, 11-се класс уҡыусыһы Сәлимә Хисаметдинова «Иң нәзәҡәтле» номинацияһына лайыҡ булды.
Афарин, ҡыҙҙар!
Тәңкәле ҡыҙ – башҡорт ҡыҙы,
Балҡытыр ул донья йөҙөн.
Рухлы башҡорт ҡыҙы булып
Танытырһың ине үҙен.