Өс ул үҫтергән әсә
#ВатанҺаҡсыларыЙылы
#МХОлаҠатнашыусыларҺәмУларҙыңҒаиләАғзаларыТураһындаХәстәрлекЙылы
18 октябрь ауыл мәҙәниәт йортонда Ватан һаҡсылары Йылы һәм МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек Йылына арналған «Өс ул үҫтергән әсә» исемле кисә үтте. Уның төп ҡунағы – ике МХО геройы әсәһе Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы Мырҙағәлина булды.
Кисәлә «Ватан һаҡсылары Фонды»нан вәкилдәр, ауыл хакимиәте башлығы Амур Зиннәтулла улы, Сәлих хәҙрәт, МХО геройҙарының ғаилә ағзалары, уҡытыусылар, Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙының туғандары, класташтары, бергә эшләгән иптәштәре, ауылдаштар ҡатнашты.
Сара ихлас ҡотлауҙар, матур музыкаль номерҙар, сағыу, бай йөкмәткеле сығыштар менән аралашып барҙы. Алып барыусылар Нурия Ғатауллина менән Гөлбикә Кейекбаева 60 йәшен тултырған юбиляр Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙының тормош юлына байҡау яһаны. Зал тултырып килгән тамашасылар ауыл китапханаһы әҙерләгән видеопрезентация, күргәҙмә менән таныштылар. Сығыш яһаусылар юбилярға ихлас теләктәр еткерҙе, Фаиль менән Мозафар тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Рәил Хәсәнов, «Һаҡмар һандуғастары» ансамбле, Нурия Ғатауллина һәм Гөлбикә Кейекбаева башҡарыуында йырҙар кисәне йәмләне. Юбиляр үҙе лә матур, моңло йырҙарын ишеттерҙе.
Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы ауыл мәҙәниәт йортона шәп музыкаль аппаратура бүләк итте. Хөрмәтле Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы, ҙур рәхмәт!
Һеҙгә һәм бар ауылдаштарға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәрәкәтле ғүмер, именлек, тыныслыҡ теләйбеҙ!