Ҡорбан байрам менән!
Бөгөн ауыл мәсетендә Ҡорбан байрамы үтте. Сәлих хәҙрәт барыһын да оло байрам менән ҡотланы, һаулыҡ, иман байлығы, еребеҙгә тыныслыҡ, имен көндәр теләне. Байрамға килеүселәр ғәйет намаҙы уҡыны, саҙаҡа таратты. Әлфиә Ишбулды ҡыҙы ауыл хакимиәте исеменән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Байрамға балаларҙың күп килеүе матур күренеш булды.
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!