Оҫта ҡулдар менән осрашыу
Бөгөн башланғыс класс уҡыусылары һәм оҫта, ҡул эштәренә маһир Зилә Нуретдин ҡыҙы Абайдуллина менән осрашыу үткәрелде. Осрашыуҙа «Наза» ансамбле бейеүселәре лә ҡатнашты. Зилә Нуретдин ҡыҙы башҡорт кейемдәренең исемдәре менән таныштырҙы, шулай уҡ сергетыш, балаҫ, ҡорама тураһында һөйләне. Зилә Нуретдин ҡыҙы үҙ ҡулдары менән эшләгән башҡорт ҡурсаҡтары балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡыҙҙар милли кейемдәрҙе кейеп тә ҡаранылар. Кейемдәрҙең матурлығы, сағыулығы күҙҙең яуын алырлыҡ матур күренеш булды. Афарин, Зилә Нуретдин ҡыҙы! Осрашыуҙы ойошторған Лилиә Рәмил ҡыҙына ҙур рәхмәт!