“Йәштәр – илебеҙ киләсәге”
Китапханала хәҙрәт Салих Фәтхетдин улы һәм Айҙар Нуретдин улы менән түңәрәк өҫтәл артында “Йәштәр – илебеҙ киләсәге” исемле әңгәмә ойошторолдо. Улар үҫмерҙәргә белемгә ынтылыу, сәләмәт тормош алып барыу, тыуған ерҙе, илде яратыу тураһында һөйләне. Айҙар Кусеев Салауат Юлаевтың шиғырын уҡып ишеттерҙе.
