Йөрәгемдә һайрай һандуғас
18 апрель ауыл мәҙәниәт йортонда «Һаҡмар һандуғастары» вокаль ансамбленең 20 йыллыҡ юбилейына арналған «Йөрәгемдә һайрай һандуғас» исемле бик матур әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде. Йыр-моңға бай сарала шулай уҡ «Дарман» ир-егеттәр вокаль, «Наза» бейеү ансамблдәре ҡатнашты. Рәмил һәм Рәил Хәсәновтар, Азамат Ишйәров музыкаль яҡтан бик матур биҙәне. Кисәлә ансамблдең төрлө йылдарҙа башҡарылған йырҙары яңғыраны, Фирүзә Абдуллинаның әсәй тураһында шиғырҙары яңғыраны. Ауыл хакимиәте исеменән «Һаҡмар һандуғастары» ансамбленә, Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙына, Нурия Фәхретдин ҡыҙына, Гөлбикә Сафа ҡыҙына Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ҡайҙа һайрай һандуғас,
Йыры моңло шул ҡәҙәр!
Эҙләнем йырсы ҡошсоҡто,
Таба алманым мәгәр.
Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай,
Ҡайҙа һуң тирәккәйе?
Ни тиклем моңдо һыйҙыра
Кеп-кескәй йөрәккәйе!
Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай,
Эҙләп табырға ине;
Уның бөтә йырҙарын да
Отоп алырға ине.
А.Игебаев
«Һаҡмар һандуғастары» – ауыл, район сараларында, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыусылар, уларҙың моңдары сағыу һәм халыҡсан. Ансамблгә артабан уңыштар, тулы залдар, башҡорт моңондай оҙон ғүмер теләйбеҙ!