“Ижад – минең юлым”
#Нигаматовская_сельская_модельная_библиотека
21 ноябрь ауыл мәҙәниәт йортонда йәш яҙыусы, журналист Заһиҙә Мусина менән осрашыу үткәрелде. Заһиҙә Мусина – “Шоңҡар” журналының бүлек мөхәррире, “Килен” һәм “Минең ямғыр” исемле ике китап авторы. Башҡорт академия драма театры быйылғы 104-се сезонын Заһиҙә Мусинаның “Килен” повесы буйынса төшөрөлгән спектакль менән асып ебәрҙе. Осрашыуға шулай уҡ яҙыусы-сатирик, журналист, “Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре, ауылдашыбыҙ Гөлсимә Салихова килде. Заһиҙә Мусина әҙәбиәткә килеүе, әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы, яратҡан яҙыусылары һәм әҫәрҙәре, спектаклдән алған тәъҫораттары тураһында һөйләне. Кисә барышында шулай уҡ оҙаҡ йылдар ҡәйнәһе менән татыу йәшәгән килен Нурия Утарбаева, йәш яҙыусының туғандары Венера Насип ҡыҙы менән Әлфиә Ибраһим ҡыҙы, почта бүлексәһе начальнигы Гөлсинә Әминева, Өфөгә барып спектаклде ҡарап ҡайтҡан Мәүлиҙә Ҡаһарманова, ошо осрашыуҙы ойоштороусы Рәйсә Иҫәнбаева, телмәр тотоп, Заһиҙә Мусинаға изге теләктәрен еткерҙеләр. Мәктәп уҡыусылары менән “Һаҡмар” халыҡ театры яҙыусының әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Азамат Ишйәров менән Нурбикә Сакина моңло йырҙарын бүләк итте. Өфөнән килгән журналистар ваҡытлы матбуғатҡа яҙылырға саҡырҙы. Венер Исхаҡов Башҡортостан Яҙыусылар союзы иғлан иткән “Китап менән ғүмерлеккә” акцияһы буйынса Ниғәмәт ауыл модель китапханаһына китаптар бүләк итте. Осрашыуҙан китап уҡыусылар күңелдәренә илһам, йөрәктәренә дәрт, матур ял минуттары алып таралышты.
