logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Именлек сәскәһе – балалар

🎈🎈🎈🎈🎈Бөгөн, 1 июнь, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, мәктәптең спорт майҙансығында балалар һабантуйы үткәрҙек. Балалар күҙ бәйләп бүләктәр ҡырҡып алдылар, ҡалаҡта йомортҡа тешләп йүгерҙеләр, «көршәк» ваттылар, тоҡ кейеп йүгереп ярыштылар, төрлө таланттарын күрһәттеләр. 🏃‍♂️🏃‍♂️🏃‍♀️🏃‍♀️Аҙаҡ байрамға килгән һәр балаға туңдырма 🍨 🍨 тараттыҡ. Балалар ярышып, бүләктәр алып, ҡыуанышып ҡайттылар. Һау-сәләмәт булығыҙ, каникулдарығыҙ имен, күңелле үтһен, бала сағығыҙ, киләсәгегеҙ яҡты, бәхетле булһын, балалар! 🌼🌼🌼🌼🌼 Байрамдың спонсорҙары булған Рәмил Хәсәновҡа, ағинәйҙәргә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!