Хоккей – ҡыйыуҙар уйыны
#ВатанҺаҡсыларыЙылы
#ГодЗащитниковОтечества
9 февраль Ниғәмәт ауылының боҙ майҙансығында ниғәмәттәр һәм иҫке сибайҙар араһында Ватан һаҡсылары йылына арналған дуҫтарса хоккей турниры үткәрелде. Был турнирҙа ике ауыл малайҙар командалары ла үҙ-ара ярышып, көс һынашты. Уйын бик көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы барҙы. Һөҙөмтәлә ниғәмәттәр 6:4 иҫәбе менән иҫке сибайҙарҙы еңеүгә өлгәште. Ә ҡунаҡ хоккейсы малайҙар, киреһенсә, көслөрәк булып сыҡты. Турнирҙа иң яҡшы уйынсылар ҙа билдәләнде. Уларға ла Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Бөгөнгө хоккей турнирын ойоштороусыларҙың төп маҡсаты – ул балаларҙа спортҡа, физик әүҙемлелеккә, сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш һәм һөйөү тәрбиәләү. Был юҫыҡта Ниғәмәт ауыл биләмәһенең эштәре планға ярашлы киләсәктә лә алып барыласаҡ әле. Хоккей турнирында ҡатнашыусыларҙың барыһын да ауыл китапханасыһы Гөлбикә Кейекбаева менән ағинәй Миңлебикә Ғәббәсова эҫе билмән, ҡайнар сәй менән һыйланы. Спорт байрамына спонсор булған ауыл хакимиәте башлығы Амур Әминевҡа, эшҡыуар Айтуған Хөсәйеновҡа, «Ҙур рәхмәт» магазинына, ауыл депутаттарына, хоккейсы егеттәргә оло рәхмәт белдерәбеҙ!
Ҡыштың матур көндәрендә ауылдың боҙ майҙансығы гөрләп торһон! Балалар һау-сәләмәт булып үҫһен, ә өлкәндәр уларҙы спортҡа ылыҡтырып, дәртләндереп торһон!