Халыҡтар берҙәмлеге көнө
#ДеньНародногоЕдинства
#БеҙБергә
Мәҙәниәт йортонда ауыл һәүәҫкәрҙәре Ватан һаҡсылары Йылына һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Беҙ бергә» исемле хәйриә концерты менән сығыш яһаны. Концертта шулай уҡ билдәле йырсы ауылдаштар ҙа ҡатнашты.
Тамашасылар күңеленә «Һаҡмар һандуғастары» вокаль, «Наза» бейеү ансамбле сығыштары, Рәмил һәм Рәил Хәсәнов, Әсҡәт Иҙрисов, Дилә Мырҙағәлина, Зифа Әминева, Илфат Йәмлихин, Земфира Хәсәнова, Ләйсән Усманова башҡарыуында йырҙар хуш килде.
Концерттан йыйылған аҡса МХО өсөн маскировка селтәрҙәре, спанбонд һ.б. кәрәкле әйберҙәр алыу өсөн тотоноласаҡ. Һәүәҫкәр йырсыларға, ауыл халҡына ҙур рәхмәт! Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, егеттәр имен-аман тыуған ерҙәренә ҡайтһын!