Гәзиткә яҙылыу
#һаҡмар
Ниғәмәт мәҙәниәт йортонда “Нурияның нурлы донъяһы” тип аталған бик матур кисә бара. Ул 40 йылдан ашыу ғүмерен матурлыҡ донъяһы – мәҙәниәткә арнаған Нурия Фәхретдин ҡыҙына арнала. Бында шулай уҡ “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу ойошторолдо. Китапханасы Гөлбикә Кейекбаева юбилярҙың ғүмер даталарына бәйләп, залдан өс тамашасыны һайлап алды. Был өс кешегә Ниғәмәт мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу бүләк итте. Афарин!