logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Әсәләр көнө

Ноябрь аҙағында донъялағы иң ғәзиз кешеләр байрамы – Әсәләр көнө билдәләнә. 25 ноябрь ауыл мәҙәниәт йортонда 70 йәштән оло әсәләр “Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ, уларға беҙ дан йырлайыҡ” исемле күркәм кисәлә тәбрикләнде. Алып барыусылар һәр әсәнең тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһанылар, әңгәмә ҡорҙолар. Рәйсә Рәхимова төп эшенән тыш, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы, Рәйсә Йосопова, Зәкиә Мостафина ҡәйнәләрен ҡәҙер итеүҙәре, Зәйтүнә Кәримова килен булып төшкән еренең ҡәҙерлерәк булыуы, Зәкиә Мәүлитова балаларының бәләкәй саҡтан уйнаған уйындарын киләсәк һөнәрҙәре итеп алыуҙары, театрҙа уйнарға хыял итеүе тураһында һөйләнеләр. Месәүәмә Ғәлимйәнова шәп сценарийҙар яҙҙы. Башҡорт егетен ғүмерлек юлдашы итеп һайлаған ауылыбыҙ килене Валентина Таипованы туғандары рус телен онотоп бараң түгелме, тип шаярталар икән. Рәйсә Ғилманова ауылыбыҙҙың аҡ халатлы фәрештәһе булды, бик күп балаларҙың “икенсе әсәһе”. Рауза Мырҙағәлина тормош иптәше менән10 бала тәрбиәләп үҫтерҙе, колхозда ла тырышып эшләне. Әлифә Мәхмүтова тыуған еренә тоғро ҡалып ауылда йәшәй, иманлы әсәй һәм ағинәй. Нәзифә Һөйөндөкова оҙаҡ йылдар әсәһен, һеңлеһен матур итеп тәрбиәләп, оло фатиха алған әсә. Гөлсирә Кәримова, почтала һәм Сбербанк бүлексәһендә эшләп, бар ауылдаштарының абруйын яулаған әсә. Фәрзәнә Мөхәмәтшина әле лә иң әүҙем йәмәғәтсе. Венера Мансурова Рабиға Ҡушаева исемендәге “Милләт әсәһе” миҙалын алған әсә. Әсәләрҙең яҙмыштары төрлө, әммә уларҙың барыһын да балаларға булған мөхәббәт, әсә һөйөүе берләштерә. Кисә “Наза”, “Һаҡмар һандуғастары” ансамблдәре сығыштары, Рәмил Хәсәнов, Ишдәүләт Сафиуллин, Гөлсирә Ғәббәсова башҡарыуында йырҙар, Зилә Абайҙуллина, Рауилә Ғатауллинаның бейеүҙәре, Азамат Ишйәровтың баян моңдары менән биҙәлде.

Һәр әсәгә үҙ балаһы
Иң ғәзизҽ,ҡәҙҽрлҽһҽ.
Балалары өсөн уның
Йөрәгҽнҽң һәр тибҽшҽ.

Әсә.

Һәр балаға әсәй-ҡояш,
Ҡояшһыҙ ҽрҙә-һалҡын.
Ҡояш-әсә нуры мҽнән
Йылытһын балаҡайын.

Һәр әсәнҽ һәм баланы
Хоҙай үҙҽ һаҡлай күрһҽн.
Әсәйҙәрҙҽң бҽр ҡасан да
Күҙ йәштәрҽ түгҽлмәһҽн,
Бәғҽрҙәрҽ өҙөлмәһҽн…