Һуғым барҙа – һый бар
Ниғәмәт ауылы ағинәйҙәре мәҙәниәт йортонда “Һуғым барҙа – һый бар” исемле йола байрамы ойошторҙолар. Байрам эсендә гәзиткә яҙылыу, һалдаттарға посылка әҙерләү ойошторолдо. Ағинәйҙәр ит ризыҡтарынан бай күргәҙмә эшләнеләр. Рәмил хәҙрәт Хәсәнов һуғым, ҡорбан йолалары тураһында ентекле һөйләне. Байрамда ҡатнашыусылар араһында “Һаҡмар” гәзитенә, мал ҡотон һаҡлауға арналған викторина үткәрелде. Ауылдаштар мобилизацияланған һалдаттарға мул посылка әҙерләне.
