logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

“Тәңкәле ҡыҙ”

#Тәңкәле_ҡыҙ_конкурсы
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ, бөйөк әҙибә Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы иғлан иткәйне. 19 сентябрь Беренсе Этҡол ауылында төбәк бәйгеһе үтте. Унда Сыңғыҙ, Буранбай, Таулыҡай, Беренсе һәм Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Үрге Яйыҡбай, Бикеш, Ҡуянтау ауылдарынан 14-20 йәшлек ҡыҙҙар бәйге тотто. Береһенән-береһе матур, һылыу, үткер, сая ҡыҙҙар үҙҙәре менән үҙенсәлекле таныштырҙы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, мәҙәниәте, Таңсулпан Ғарипованың ижадына бәйле һорауҙарға яуап бирҙе, яҙыусының әҫәрҙәренән сағыу өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Стилләштерелгән милли кейемдә дефиле – бәйгегә матур биҙәктәр өҫтәне. Конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙар милли аңлы, рухлы, үткер, сая, аҡыллы, белемле булыуҙары, яҡташ яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың ижадын яҡшы белеүҙәре менән тамашасыларҙы арбаны. Һөҙөмтәлә, 1-се урынды Икенсе Этҡолдан Ғибатова Линара яуланы, 2- се урында – Мәхмүтова Нәзилә (Сыңғыҙ) һәм Хәсәнова Айгүзәл (Ниғәмәт), 3-сө урында – Мәхмүтова Ләйсән (Беренсе Этҡол). Үтәбаева Илзинә (Буранбай) – “Гүзәллек”, Әминева Сөмбөл (Үрге Яйыҡбай) – “Наҙлыҡай”, Баййегетова Миңдинә (Таулыҡай) – “Телһөйәр”, Маликова Алина (Ҡуянтау) менән Астафьева Карина (Бикеш) – “Өмөт” номинацияларында диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.