Иң күп китап уҡыусы
Мәктәптә башланғыс кластарҙың Яңы йыл байрамында иң күп китап уҡыған балаларға БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәсүрә Барый ҡыҙы Мөхәмәтйәнова исемендәге премия тапшырылды. Быйыл был премияға Линар Ялманбетов менән Руслан Гарипов лайыҡ булдылар. Хөрмәтле ауылдашыбыҙ, үҙ эшенең оҫтаһы, абруйлы китапханасы булған коллегамдың балаларына ҙур рәхмәт! Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Ә балаларға тағы ла күберәк китап уҡыуҙарын, аҡыллы, бәхетле, уңышлы булыуҙарын теләйбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, тыныс күк йөҙө!
