Игенселәргә агитбригада менән
3 сентябрь мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә баҫыу эшсәндәренә уңыш йыйыу мәлендә агитбригада менән барҙыҡ. Икмәктең бөйөклөгө, игенсе хеҙмәтенең данлыҡлы булыуы тураһында шиғырҙар, дәртле йырҙар, бейеүҙәр ауыл эшсәндәренең күңелдәренә дәрт, беләктәренә көс-ҡеүәт өҫтәне. Уларҙың яуаплы, тынғыһыҙ эштәренә ҡыҫҡа ғына ял бүләк итеү булды маҡсатыбыҙ. Игенселәр яңы журналдар менән дә таныштылар, терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө тураһында мәғлүмәт тыңланылар. Баҫыу батырҙарына эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ! Һеҙ афариндар, ауылыбыҙ патриоттары!
