Библиокафе
“Ебәктән дә нескә күңелем ҡылы”… Ошондай исем аҫтында ауыл китапханаһында бөгөн әҙәби кафе эшләне. Түңәрәк өҫтәлгә күңелдәрендә ижад осҡоно, һүҙ оҫталығы, күңел байлығы йөрөткән ветеран һәм йәш уҡытыусылар йыйылды. Улар ижад серҙәре менән бүлеште, ҡасан яҙыша башлауҙары, яратҡан шағирҙары тураһында һөйләне. Рәйсә Иҫәнбаева тиҫтәнән ашыу китап авторы, һәр бер ижад емешенең ҡәҙерле булыуы тураһында әйтеп үтте. Миңзифа Ниғмәтуллина хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң күңеленә яҡын булған әсә, тыуған ауыл, тәбиғәт темаларына шиғырҙар ижад итә башлаған, ул оҫта итеп таҡмаҡтар яҙыусы ла. Фәрзәнә Мөхәмәтшина ла төрлө темаларға таҡмаҡтар ижад итә, шиғырҙар уҡырға ярата. Месәүәмә Ғәлимйәнова ауылда шәп сценарий яҙыусы булып иҫәпләнә, кисәлә ул “шиғырҙарҙы үҙем өсөн генә яҙам”, тип әйтеп үтте, шулай ҙа уларҙың бер нисәүһен уҡып ишеттерҙе. Әсә хистәре, хәсрәте менән һуғарылған шиғырҙарҙы тыңлағанда, күҙҙәргә ирекһеҙҙән йәш тулды. 2-се Этҡолдан килгән ҡунаҡтар Көнһылыу Сөләймәнова, Гөлгөнә Ситдыҡова-Ниәтшина ихлас итеп уй-хистәре менән бүлеште, ижади күстәнәстәре менән уртаҡлашты. Ишдәүләт Сәфиуллиндың исеме китап уҡыусыларға яҡшы таныш, уның әҫәрҙәре “Шоңҡар”, “Һәнәк” журналдарында донъя күрҙе. Дәртле йыры менән дә Ишдәүләт Мөхтәр улы кисәне йәмләне. Йырҙарға, шиғырҙарға һөйөү биргән өсөн Хәмдиә Ғүмәрова Хоҙайға бик ныҡ рәхмәтле. Шиғри кафела ҡунағыбыҙ айырым бер оҫталыҡ менән йыр башҡарҙы, шиғыр уҡыны. Венера Мансурова балаларына мәктәптә уҡыған саҡтарында шиғыр яҙырға ярҙам иткән, әле ул хисле, мәғәнәле шиғыр китаптарын алып уҡый. Нурия Ғатауллина бик тә мәғәнәле йыр башҡарҙы, Азамат Ишйәров кисәне музыкаль яҡтан биҙәне. Гөлгөнә Ситдыҡова-Ниәтшина китапханаға китаптарын бүләк итте. “Бөгөнгө көҙгө көн” темаһына иң яҡшы куплет” бәйгеһендә Ишдәүләт Сәфиуллин еңеүсе булды. Ижад кисәһендә ҡатнашыусылар Ағинәйҙәр бүлмәһен дә ҡарап сыҡты. Шиғри кафенан мул күңел байлығы, илһам, матур хис-тойғолар алып таралыштыҡ. Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған сара мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрелде.
