Беренсе китап уҡыусы
#АкцияПервыйЧитательНовогоГода
Ниғәмәт ауыл модель китапханаһында Яңы йылдың беренсе китап уҡыусыһы Юлай Хәмзә улы Кәримов булды.
Уға Рәсүл Сәғитовтың «Уй туйы» исемле китабын бүләк иттек.
Юлай Хәмзә улы – беҙҙең әүҙем китап уҡыусы, ауылдың хөрмәтле ир-уҙаманы.
Балаларҙан беренсе китап уҡыусы өсөнсө класс уҡыусыһы Рияз Сакин булды. Ул да әүҙем китап уҡыусыларыбыҙҙың береһе. Ул бүләккә Яңы йыл кулегы алды.
Барлыҡ китап уҡыусыларыбыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Именлек, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ!