logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

“Бер ғүмерҙе йәшнәп йәшәйек”

#ГодУчителяИНаставника
#УҡытыусыҺәмОстазЙылы
Ауыл мәҙәниәт йортонда ветеран – уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы Мөхәмәтшинаның күркәм юбилейына арналған “Бер ғүмерҙе йәшнәп йәшәйек” исемле кисә үткәрелде. Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты, уҡыусыларында белемгә ынтылыш, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләне. Ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана янында ойошторолған “Ағинәйҙәр” клубы рәйесе булды. Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы бөгөнгө көндә лә әүҙем тормош алып бара: спектаклдәрҙә уйнай, матур йырҙары, нәфис һүҙе менән мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша. Ағинәйҙе ауыл хакимиәте, мәктәп коллективы, ветерандар советы, ағинәйҙәр, уҡыусылары, уҡыусыларҙың ата-әсәләре, элекке коллегалары, ғаилә дуҫтары ҡотланы. “Дарман”, “Һаҡмар һандуғастары” ансамблдәре, Рәмил Хәсәнов, Земфира менән Рәил Хәсәновтар, Нурбикә Сакина, Зөлфиә Ғатауллина, мәктәптең ир-егеттәр ансамбле моңло йырҙары, “Наза” ансамбле дәртле бейеүҙәре менән кисәне биҙәне. «Һаҡмар» халыҡ театры репертуарынан өҙөктәр сәхнәләштерелде. Рәмил Хәсәнов, Мәүлиҙә Ҡаһарманова үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Юбилярҙың балалары ла әсәйҙәренә, йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, йыр бағышланылар. Кисә бик матур үтте.