Бейеү көнө һәм Яҙ һәм хеҙмәт байрамы
#МеждународныйДеньТанца
#ХалыҡАраБейеүКөнө
💃💃💃🔥🔥🔥👏👏👏
В Нигаматовском сельском Доме культуры прошел концерт, посвященный Международному дню танца и 1 Мая – празднику весны и труда «Баҫ, баҫ, өҙә баҫ». Выступили ансамбли «Наза», «Һаҡмар һандуғастары», заслуженный работник образования РБ, известный кураист Рамиль Хасанов, Фарзана Мухаметшина, Гульсира Габбасова, Нурбика Сакина, талантливые гости концерта Айбулат Халилов и Ишдавлет Сафиуллин.
Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара бейеү көнөнә һәм Беренсе май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналған «Баҫ, баҫ, өҙә баҫ» исемле концерт үтте.
Концертта ауыл мәҙәниәтенең йөҙөк ҡашы булған «Наза» бейеү ансамбле матур халыҡсан бейеүҙәрҙе башҡарҙы. Бейеүҙәрҙе сәхнәгә сығарыусы, оҫта бейеүсе Зилә Абайдуллина һәм Рәзилә Рәхимова “Бейеүсе ҡыҙға” һәм “Ләүсәтин” бейеүҙәрен башҡарҙы. Концертты “Һаҡмар һандуғастары” вокаль ансамбле, БР атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, билдәле ҡурайсы, йыраусы, ижадсы Рәмил Хәсәнов, Гөлсирә Ғәббәсова, Нурбикә Сакина, махсус саҡырылған ҡунаҡтар Айбулат Хәлилов менән Ишдәүләт Сафиуллин үҙҙәренең сағыу сығыштары менән биҙәне. Тамашасы уларҙы бик йылы һәм алҡышлап ҡабул итте.
Барлыҡ бейеүселәрҙе, бейергә яратыусыларҙы байрам менән тәбрикләйбеҙ! Ҡыуаныстан бейеп китерлек, күңелдәргә дәрт, илһам, йөрәктәргә көс бирерҙәй матур ваҡиғалар күп булһын!
Яҙ һәм хеҙмәт байрамы барығыҙға ла именлек, һаулыҡ, бәхет алып килһен!