Беҙ бергә
#ГодЗащитникаОтечества
#ГодЗаботыОбУчастникахСВОИЧленахИхСемей
9 август Ниғәмәт ауылының Бәбәләш тауы итәгендә МХО яугиры, батыр ауылдашыбыҙ Радик Рамаҙан улы Хөсәйенов иҫтәлегенә республика милли йәйәнән уҡ атыу турниры үткәрелде. Турнирға республиканың төрлө ҡала-райондарынан мәргән уҡсылар йыйылды. Тантана «Урал» башҡорт халыҡ йыры менән асылды. Уны Рәмил һәм Рәил Хәсәновтарҙың ҡурай моңона ҡушылып Иҙел Аралбаев башҡарҙы. Гөлсинә Рамаҙан ҡыҙы ҡустыһы тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның егәрле, көслө рухлы, ярҙамсыл, кешелекле, батыр йөрәкле булыуы, ғаиләһен ихлас яратыуы тураһында һөйләне. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин, ауыл хакимиәте башлығы Амур Зиннәтулла улы Әминев сараны үткәреүҙә ҙур уңыштар теләне.
Ауыл ағинәйҙәре МХО-ға арналған күргәҙмә эшләне, масксетка үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Зилә Абайдуллинаның күргәҙмәһенә ҡунаҡтар таң ҡалды, күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәренә һоҡланыуҙарын белдерҙе. Иҫтәлекле сараны үткәреүгә тос өлөш индереүселәргә ауыл хакимиәтенең Маҡтау грамоталары тапшырылды.