Батыр даны мәңгелек
13 декабрь мәктәп спорт залында волейбол буйынса турнир үтте. Сара ауылдашыбыҙ, Чечен һуғышында ҡатнашыусы, МХО-ла батырҙарса һәләк булған Мурзагалин Әҡсән Зиннур улының иҫтәлегенә ойошторолдо. Сараны биҙәү, алып барыуҙы Лилиә Рәмил ҡыҙы үҙ өҫтөнә алды. Мәктәп директоры Нәил Әхмәҙулла улы сараны асып, Әҡсән Зиннур улының тормош юлына байҡау яһаны. « Боевое братство» исеменән Байтурин Марсель сығыш яһап, Саньярға атаһына тәғәйен миҙалды тапшырҙы. Сараға фатиха биреп, Салауат Файзуллин аят бағышланы. Ярышта Ниғәмәт, Ниғәмәт уҡыусылары һәм Икенсе Этҡол йәштәре командалары көс һынашты. Үкенескә күрә күрше ауылдарҙан командалар килә алманы. Шулай ҙа ярыш бик сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә Ниғәмәт командаһы-3, Уҡыусылар-2, Икенсе Этҡол йәштәре -1 урын яуланы. Номинацияларҙа Давлетшин Ғәлинур -«Иң яҡшы уйынсы» ( Икенсе Этҡол) тип табылды һәм уға «Боевое братство» махсус бүләк тапшырылды, «Иң яҡшы һөжүмсе» тип Якупов Рамаҙан, «Иң яҡшы блок ҡуйыусы»- Ямлихин Искәндәр, «Иң яҡшы күтәреүсе» – Якупов Рәмил, « Иң дәртле уйынсы» – Хибатуллин Ильназ, « Иң оло уйынсы» – Гайсин Дамир ағай, «Иң йәш уйынсы»- Аминев Рифат, «Иң ҡиммәтле уйынсы» – тип Мухамедьянов Айнур булды. Уға шәхси бүләген Гайсин Дамир ағай тапшырҙы. Командаларға Гөлдәр Мотаһар ҡыҙы балалары менән бүләктәр әҙерләгән ине. Бөтәһе лә бик ҡыуанып таралды. Ашнаҡсылар Сәфиуллина Сәймә, Ишкуватова Юлиә, Гөлдәр Мотаһар ҡыҙы, мәктәп профкомы Фәнүзә Рәшит ҡыҙы, Хисаметдинова Гөлфиә матур итеп өҫтәл әҙерләнеләр. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт! Имен-һау булайыҡ, һуғыштар бөтһөн, именлектә осрашып торайыҡ.
Ринат Хибатуллин